Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.60 ↑

EUR 76.18 ↓

27 апрель, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала граждандарҙы икенсе урында эшкә урынлаштырыу өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

22 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһында граждандарҙы башҡа урында эшкә урынлаштырыу өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла.

«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, икенсе ергә күсеп китергә теләгәндәргә ремонтлаусы слесарь, газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы, икмәк бешереүсе, ашхана мөдире, участка начальнигы, автомобиль водителе, бетон ҡойоусы һәм башҡа һөнәрҙәр тәҡдим ителә.

Йәрминкәгә килгәндәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше бирелә, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар үткәрелә.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1128849-v-ufe-proydet-yarmarka-ne-mestnykh-vakansiy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть