Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары асылды. Рәсәй Президентын һайлау башланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда иртәнге сәғәт 8-ҙә Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн барлыҡ участкалар ҙа асылды. Республика халҡы дәүләт башлығын алты йылға һайлай. 2018 йылдың 6 мартына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусылар исемлегенә 3 043 583 кеше индерелгән, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Һайлаусыларҙы 3398 стационар һайлау участкаһында һәм һайлаусылар ваҡытлыса булған ерҙә ойошторолған 38 участкала (31 дауалау учреждениеһында, өс шифаханала, өс тәфтиш изоляторында, Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) көтәләр.

Ил биләмәһендә теркәлмәгән Рәсәй граждандары үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын 119-сы участкала үтәй ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Посадская урамы, 26.

Участка комиссиялары һәм тауыш биреү өсөн биналар нигеҙҙә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында урынлашҡан. Республикала күреү буйынса инвалидтар өсөн алты махсус участка булдырылған.

Учалыла 3147-се һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 6-ла асылды. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты шахтерҙарының эш ваҡыты тауыш биреү ваҡыты менән тап килгәнлектән, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреү ваҡытын күсерҙе.

Бөгөн, 18 мартта, дәүләт башлығы вазифаһына Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») дәғүә итә.

Республикала тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 8-ҙә тамамлана.

http://www.bashinform.ru/news/1129490-v-bashkirii-otkrylis-vse-izbiratelnye-uchastki-nachalis-vybory-prezidenta-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть