Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.93 ↓

21 июль, Шәмбе

Уфа   °

Республикала 10 йәшлек малай һыуға батып үлгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Краснокама районында 15 мартта көндөҙ балыҡ тотоп ултырған ун йәшлек малай боҙ аҫтына киткән. Баланың кәүҙәһен Үле Танып йылғаһында тапҡандар.

Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 класс уҡыусылары йылға буйына балыҡ тоторға килгән. Берәүһе йәтмә менән һыуға төшкән, икенсеһе яр ситендә ҡалған. Һәләк булған малайҙың дуҫы күпмелер ваҡытҡа юғалып торған. Кире килгәс, ул иптәшенең һыуҙа ятҡанын күргән. Малай ярҙам һорап ауыл яғына йүгергән. Ун йәшлек баланы тартып сығарғас, уның үлгәнлеге раҫланған. Үлем сәбәбе һыуға тонсоғоу тип фаразлана.

Ведомство мәғлүмәте буйынса, уҡыусының ғүмере өҙөлгән ерҙе тикшергәндәр. Үлеменең аныҡ сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Тикшереү эштәре бара.

http://www.bashinform.ru/news/1129320-v-bashkirii-shkolnik-utonul-vo-vremya-rybalki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть