Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡар яуыуы хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, шәмбе, 17 мартта, көндөң аяҙлы-болотло булыуы, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, төндә 17 метрғаса етеүе бар. Һауа температураһы төндә -4,-9 градус, көндөҙ +2,-3, төньяҡ-көнбайышта төндә -9,-14, көндөҙ -2,-7.

16 һәм 17 мартта төбәктә епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы, елдең секундына 18 метрға тиклем етеүе мөмкин, тип иҫкәртә ҡотҡарыуылар.

Йәкшәмбе, 18 мартта, көндөҙ аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ епшек, урыны менән көслө ҡар яуыуы фаразлана. Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан төндә секундына 0-5, көндөҙ 7-12 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -7,-12, төньяҡта -20, көндөҙ +1,-4, төньяҡта -10 градус. Автомобиль юлдарында бер-ике саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.

http://www.bashinform.ru/news/1129156-mchs-bashkirii-preduprezhdaet-o-riske-avtoavariy-i-ukhudshenii-vidimosti-iz-za-snegopada/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть