Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Һәҙиә» әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Һәҙиә» әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурсҡа үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәренең ҡулъяҙмалары ҡабул ителде. Әҙәби бәйгелә билдәле яҙыусылар менән бер рәттән китап уҡыусыларға таныш булмаған авторҙар ҙа ҡатнашты.

Беренсе, икенсе, өсөнсө урындар, ике дәртләндереү премияһы ҡаралғайны. Конкурс аноним рәүештә уҙҙы, хәҙер иһә авторҙарҙың фамилияларын асыҡларға кәрәк.

«Мин бик ҡәнәғәтмен, 13-17 йәшлек үҫеп килгән быуын өсөн яңы әҫәрҙәр ижад ителде», — тине конкурсты ойоштороусы, танылған башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова. 2017 йылда ул әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булғайны. Яҙыусы Башҡортостандың Яҙыусылар союзы булышлығында ошо премияның аҡсаһына әҙәби бәйге ойошторҙо.

«Һәҙиә» конкурсы еңеүселәрен 27 мартта Бөрөлә ғилми-ғәмәли конференция барышында бүләкләү ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/news/1128984-v-ufe-literaturnyy-konkurs-khadiya-podvel-itogi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть