Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарын һайлауға ғаризалар ҡабул ителә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

20 мартта Башҡортостандың Экология министрлығында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарын һайлап алыу конкурсына килгән ғаризалар менән конверттарҙы асыу күҙаллана.

Ведомствола әйтеүҙәренсә, уҙған йылда норматив база законға яраҡлаштырылған. «1 июлгә тиклем көйләү органына берҙәм тариф булдырыу тураһында тәҡдимдәр ебәрергә кәрәк, 2019 йылдың 1 ғинуарынан төбәк операторҙары, бының өсөн халыҡтан билдәләнгән хаҡ алып, эш башларға тейеш», — тип хәбәр иттеләр Экология министрлығынан.

Ведомство биш зона (Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Межгорье) өсөн төбәк операторҙарын һайлап алырға һәм улар менән 10 йылға килешеү төҙөргә ниәтләй. Операторҙар, үҙ сиратында, урындағы ойошмалар менән килешеү төҙөй.

Әлеге мәлдә республикала бюджет иҫәбенә төҙөлгән 47 полигон бар.

http://www.bashinform.ru/news/1128740-v-bashkirii-zavershaetsya-priem-zayavok-na-otbor-regoperatorov-po-obrashcheniyu-s-kommunalnymi-otkho/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть