Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Владимир Путин Рәсәй граждандарына мөрәжәғәт итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙ граждандарына мөрәжәғәт итте. Был йәкшәмбе, 18 мартта, Рәсәй Президентын һайлайҙар. Ғәмәлдәге дәүләт башлығы булараҡ, Владимир Путин тауыш биреү көнө алдынан илебеҙ граждандарына мөрәжәғәт итеүҙе мөһим тип һанай.

«Илебеҙ Конституцияһы буйынса берҙән-бер власть сығанағы булып халыҡ тора. Был һүҙҙәрҙә, ошо хоҡуҡи формулала – ғәйәт ҙур мәғәнә. Нәҡ халыҡ ихтыярынан, Рәсәйҙең һәр гражданынан илебеҙҙең ниндәй юл буйынса барыуы, Рәсәйҙең һәм балаларҙың киләсәге тора, — тине Президент. — Кем өсөн тауыш бирергә, ирекле һайлауҙа үҙ хоҡуғыңды нисек тормошҡа ашырырға – быны һәр кем үҙе хәл итә. Әммә бындай ҡарарҙан тайпылғанда иһә, шул төп, хәл итеүсе һайлау һеҙҙең фекерегеҙҙән тыш эшләнәсәк».

Владимир Путин билдәләүенсә, «беҙ Рәсәйҙә яҙмышыбыҙҙы һәр саҡ үҙебеҙ хәл иттек, намыҫыбыҙ, дөрөҫлөктө һәм ғәҙеллекте аңлау, Ватаныбыҙға ҡарата һөйөүебеҙ нисек ҡуша, шулай эшләнек. Был бөтөн донъяға билдәле беҙҙең милли холҡобоҙ».

Президент ышаныс белдереп: «Һәр ҡайһыбыҙ тыуған ил яҙмышы хаҡында уйлай һәм борсола. Шуға ла һеҙгә йәкшәмбе көндө һайлау участкаларына килеү үтенесе менән мөрәжәғәт итәм. Беҙҙең бөйөк, яратҡан Рәсәйҙең киләсәген һайлау хоҡуғы менән файҙаланығыҙ», — тине.

http://www.bashinform.ru/news/1129072-vladimir-putin-obratilsya-k-grazhdanam-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть