Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.76 ↑

EUR 75.79 ↓

24 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда әсә кеше 8 йәшлек улын йүнләп ҡарамаған һәм туҡмаған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда мировой суд Бәләбәйҙә йәшәгән ҡатынға ғәйепләү ҡарары сығарҙы. 39 йәшлек ҡатын Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 156-сы статьяһы (ата-әсәнең бәлиғ булмаған балаларын тейешенсә тәрбиәләмәү) буйынса ғәйепле тип танылды.

Суд тикшереүҙәре барышында әсәнең оҙаҡ ваҡыт 8 йәшлек улын йүнләп ашатмауы һәм кейендермәүе асыҡланды. Бынан тыш, ул балаһына бер нисә тапҡыр ҡул күтәргән, антисанитария шарттарында йәшәгән.

«Көн-төн тип тормай, өйөнә сит кешеләрҙе килтереп, спиртлы эсемлектәр эсеү менән мауыҡҡан. Балаһына мыҫҡыллы һүҙҙәр яуҙырған. Бәләкәй малай күршеләренән аҙыҡ һәм кейем-һалым һорарға мәжбүр булған», — тип хәбәр ителә Бәләбәй районы прокуратураһы сайтында.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныманы. Суд уны һигеҙ айлыҡ холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм итте. Эш хаҡының 5 проценты дәүләт файҙаһына тотоп ҡалына.

Әлеге ваҡытта бала опекунға тапшырылған.

http://www.bashinform.ru/news/1129033-v-bashkirii-mat-morila-golodom-i-izbivala-8-letnego-syna/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть