Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала колледж студентына «АгроЙәшлек» конкурсында еңгәне өсөн велосипед бүләк иттеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған дөйөм белем биреү уҡыусылары араһында «АгроКомплекс-2018» ХХVIII халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә уҙғарылған «АгроЙәшлек» республика ғилми-техник һәм инновацион ижад конкурсы тамамланды.

Конкурс 7-17 йәштәге уҡыусылар һәм урта һөнәри белем биреү студенттары араһында иң яҡшы ғилми проекттар, асыштар, тикшеренеү эштәрен асыҡлауға йүнәлтелгән.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Туймазы агросәнәғәт колледжының Шаран ауылы филиалының беренсе курс студенты Ренат Низамов «АгроЙәшлек» конкурсы логотибын уйлап табыуҙа беренсе урын алды. Был категорияла бөтә республиканан йәмғеһе 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Ренат Низамовтың эше юғары кимәлдә баһаланды. Ул диплом һәм ҡиммәтле бүләк – велосипед менән бүләкләнде. Еңеүселәрҙе республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева тәбрикләне, тип хәбәр иттеләр Шаран районы хакимиәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1129065-v-bashkirii-studentu-kolledzha-za-pobedu-v-konkurse-agroyunost-vruchili-velosiped/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть