Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

«Яҡтыкүл» шифаханаһы йәйге ял өсөн иң популяр 10 курорт исемлегенә ингән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Яҡтыкүл» шифаханаһы 2018 йылда йәйге ял өсөн иң популяр 10 курорт исемлегенә ингән. Ошондай мәғлүмәттәрҙе Рәсәйҙәге Tvil.ru торлаҡ бронләү сервисы баҫып сығарған. Рейтингка Ҡара диңгеҙ буйындағы курорттар инмәгән.

Tvil.ru мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан шифаханаһы етенсе урында тора. Туристар Яҡтыкүл буйында йәйге ялды уртаса 10 төнгә бронләй һәм йәшәү өсөн тәүлегенә 3,7 мең һум түләй.

Рейтинг 2018 йылдың 1 июненән 31 авгусына ҡәҙәр йәшәү өсөн отелдәр, фатирҙар һәм йорттар бронләү анализы һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән.

2018 йылда йәйгеһен ял итеү өсөн Рәсәйҙәге иң билдәле 10 курортҡа иртә брондәр һөҙөмтәһе буйынса Ставрополь крайында Кисловодск һәм Пятигорск, Ырымбур өлкәһендә Соль-Илецк, Ростов өлкәһендә Таганрог, Тверь өлкәһендә Селигер күле буйындағы Осташков, Калининград өлкәһендә Зеленоградск курорты, Башҡортостанда Яҡтыкүл, Иркутск өлкәһендә Байкал буйындағы Листвянка, Карелияла Онегалағы Медвежьегорск һәм Алтайҙа Катунь йылғаһы буйында Манжерок ингән.

http://www.bashinform.ru/news/1129050-sanatoriy-yakty-kul-voshel-v-top-10-samykh-populyarnykh-dlya-letnego-otdykha/

Теги: йәйге ял
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть