Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары ауыл хужалығы техникаһын яңырта

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика аграрийҙары яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып ала. Ағымдағы йылдың тәүге ике айында Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр дөйөм 174 миллион һумға 120 берәмек төрлө техника алған.

Уларҙан – алты иген йыйыу комбайны. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек ошо ваҡытҡа төбәк аграрийҙары шундай уҡ ике комбайн алған. Һатып алынған тракторҙар, тупраҡ эшкәртеү һәм иген урғыс машиналар һаны былтырғы күрһәткестәргә тап килә, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Малсылыҡ машиналарына һәм ҡорамалдарына килгәндә, уларҙы һатып алыуға республика хужалыҡтары 38 миллион һум тотонған. Был уҙған йылға ҡарағанда яҡынса өс тапҡырға күберәк, тип өҫтәнеләр ведомствола.

http://www.bashinform.ru/news/1128926-agrarii-bashkirii-obnovlyayut-selkhoztekhniku/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть