Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Иң яҡшы күп фатирлы йорт советтары» конкурсы еңеүселәре аталды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә Ҡала йәмәғәт контроле үҙәге ойошторған «Иң яҡшы күп фатирлы йорт советтары» конкурсына йомғаҡ яһалды.

2017 йылғы йомғаҡтар буйынса Дағстан урамындағы 21-се йорт советы (Дим районы торлаҡ хужалығы идаралығы) иң яҡшы күп фатирлы йорт советы тип танылды. Аврора урамы, 1 адресы буйынса күп фатирлы йорт советы (Киров районы торлаҡ хужалығы идаралығы) икенсе урын алды. Өсөнсө урында – Мостай Кәрим урамы буйынса 47-се йорттағы күп фатирлы йорт советы (Ленин районы торлаҡ хужалығы тресы).

Күп фатирлы йорттарҙың иң яҡшы советтары шулай уҡ махсус номинацияларҙа билдәләнде.

Генерал Горбатов урамы буйынса 7/4 йорто «Иң татыу йорт» тип танылды. «Иң төҙөк ихата» Энтузиастар урамы буйынса 6-сы йортта урынлашҡан. «Иң экологик йорт» – Октябрь проспекты буйынса 26-сы йортта. Парк урамы буйынса 2/2-се йорт – «Энергияны иң һаҡсыл файҙаланыусы йорт». «Бурысһыҙ йорт» Нежинский урамы, 37 адресы буйынса урынлашҡан. «Иң хәүефһеҙ йорт» — Азатлыҡ урамы, 38. Гагарин урамы буйынса йорт советы рәйесе Гөлшат Насенник «Иң әүҙем рәйес» тип табылды.

http://www.bashinform.ru/news/1128768-v-ufe-nazvali-pobediteley-konkursa-luchshiy-sovet-mnogokvartirnykh-domov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть