Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.74 ↑

EUR 75.32 ↓

26 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Лилиә Ғүмәрова ауыл мәктәптәре яҡлы сығыш яһаны

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәтнамәһендәге мөһим мәлдәрҙең береһе ауылда социаль өлкә объекттарын нигеҙһеҙ оптималләштереүҙән баш тартыу булды», — тип белдерҙе Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы коллегияһы ултырышында Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.

«Ауылда мәктәпте, уҡытыусыны һаҡлап ҡалыу йыш ҡына автобус, юл өсөн түләүгә ҡарағанда ла мөһимерәк. Мәктәп булмаһа – ауыл да булмай. Был хаҡта күп, ҙур әрнеү менән айырыуса ауыл биләмәләренән төбәк вәкилдәре һөйләй», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандан сенатор.

Шулай уҡ, ағымдағы йылдың 5 апрелендә Федерация Советында парламент тыңлауҙары үткәреү күҙаллана, тип хәбәр итте ул. Унда ауылда аҙ комплектлы мәктәптәрҙең эше, сифатлы белем алыу асыҡлығы, уҡытыусылар кадрҙары менән тәьмин ителгәнлек, юл селтәрҙәренең торошо, балаларға өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереү, һәләтле балалар менән эш итеү кеүек бер төркөм проблемалы мәсьәләләр комплексы ҡараласаҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1128675-liliya-gumerova-vystupila-v-podderzhku-selskikh-shkol/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть