Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Межгорьела спорт комплексынан һуң бассейн һәм саңғы-роллер трассаһы төҙөлә

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/.

Межгорьела реконструкциянан һуң универсаль спорт комплексы асылды. Ул «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына — 100 объект» республика программаһына ярашлы ремонтланған.

Хәрби төҙөүселәр һалған спорт комплексы күптән иҫкергән. 2013 йылда бойондороҡһоҙ экспертиза уны хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн яраҡһыҙ тип тапты. Шул арҡала халыҡтың 30 процентҡа яҡыны спорт менән шөғөлләнә алманы. Ҡала халҡы ярҙам һорап Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иткәс, республика башлығы ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.

Реконструкцияның хаҡы 108,7 миллион һум тәшкил итте. Һуңғы 10 йылда был — ҡалала төҙөлгән тәүге объект, бынан алдағыһы торлаҡ ине.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына спорт комплексы директоры Виктор Никифорук һөйләүенсә, бинаға өсөнсө ҡатты өҫтәп төҙөгәндәр, шуның һөҙөмтәһендә уның майҙаны һиҙелерлек артҡан.

— Универсаль спорт залы эшләй, унда бер үк ваҡытта бадминтон өсөн һигеҙ майҙансыҡ, волейбол, баскетбол һәм футбол майҙансыҡтары, тренажер һәм көрөш залдары, саңғы базаһы эшләй ала. Майҙансыҡ республика һәм бөтә Рәсәй ярыштарын үткәреү стандарттарына тап килә, — Виктор Никифорук.

Межгорье хакимиәте башлығы Виктор Панченко әйтеүенсә, ҡала тағы бер социаль объект – бассейн төҙөүгә ғариза биргән, киләһе йылғы бюджетта шулай уҡ заманса саңғы-роллер трассаһы төҙөлөшө һалынған.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда республиканың 100 йыллығы уңайынан 21 объектты төҙөүҙе һәм реконструкциялауҙы тамамлау күҙаллана. Быйыл Стәрлетамаҡта — 1225, Баҡалы ауылында 825 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө тамамланырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1128594-vsled-za-sportkompleksom-v-mezhgore-postroyat-basseyn-i-lyzherollernuyu-trassu-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть