Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.74 ↑

EUR 75.77 ↓

19 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий менән осрашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий менән осрашты. Мәғариф системаһын үҫтереү, вуз тамамлаусыларҙың әҙерлек сифатын арттырыу, уҡыу программаларын камиллаштырыу, һәләтле балалар менән эшләү мәсьәләләре тикшерелде.

– Беҙ һеҙгә һәм эшмәкәрлегегеҙгә ихтирам менән ҡарайбыҙ. Һис шикһеҙ, Мәскәү дәүләт университеты беҙҙең өсөн университеттар араһында иң абруйлыһы булып тора. Бының ниндәй ҡатмарлы эш икәнен аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Юғары уҡыу йорттарыбыҙ, фән һеҙҙең менән бәйләнештә эшләй. Беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың математика мәктәбен яҡшы беләбеҙ. Һеҙ оҙаҡ йылдар буйына уның менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иттегеҙ.

Төбәк Мәскәү дәүләт университетының һәләтле балалар менән эшләү тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһына, тип билдәләне республика башлығы.

– Беҙ һәләтле балалар буйынса республика программаһын тормошҡа ашыра башланыҡ. Ошо йәһәттән һеҙҙең эштәрегеҙ менән танышырға, тәжрибә алмашырға теләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, бергәләп ошондай эш менән шөғөлләнеү бик ҡыҙыҡлы булыр ине.

Виктор Садовничий, үҙ сиратында, республика делегацияһын Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы ике гимназияның – А.Н. Колмогоров исемендәге мәктәптең һәм яңы университет гимназияһының тәжрибәһен өйрәнергә саҡырҙы.

– Беҙ олимпиадалар, ошо йүнәлештә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге тураһында һөйләштек, – тип һөйләне журналистарға Мәскәү дәүләт университеты ректоры. – Мәскәү дәүләт университетында Башҡортостандан 470 студент белем ала, уларҙың 370-е – олимпиадаларҙа еңеүселәр. Йәғни һеҙҙә кешеләр бик талантлы. Беҙ улар республикаға ҡайтып эшләһен өсөн мөмкинлек булдырыу тураһында һөйләштек.

Шулай уҡ республика мәктәптәре уҡытыусыларының квалификацияһын камиллаштырыу, эштәрендә Мәскәү дәүләт университетында әҙерләнгән онлайн-курстарҙы файҙаланыу тураһында һөйләшеп килешелде.

Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов 2019 йылда Өфөлә Виктор Садовничий етәкләгән Рәсәй Ректорҙар союзы ултырышын үткәрергә тәҡдим итте.

http://www.bashinform.ru/news/1128654-rustem-khamitov-vstretilsya-s-rektorom-mgu-viktorom-sadovnichim/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть