Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә башҡорт радиоһы дикторы Әхәт Мортазин менән бәхилләштеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә 13 мартта ҡапыл вафат булған башҡорт радиоһы дикторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин менән бәхилләштеләр. «Башҡортостандың алтын тауышын» һуңғы юлға оҙатырға өфөләрҙән тыш, республиканың һәм Рәсәйҙең төрлө ҡала-райондарынан да килгәйнеләр.

Ошо ҡояшлы көндә Башҡорт драма театры алдындағы ҙур экранда Әхәт Мортазин ҡатнашлығындағы кадрҙарҙы күрергә мөмкин ине. Фойела уның барыһына ла таныш, тыныс һәм оптимистик тауышы яңғырай. Хеҙмәттәштәре танылған радио һәм телевидение алып барыусыһының бай ижади тормошон сағылдырған фотоһүрәттәрҙән стенд эшләгән.

Йыназаны мәрхүмдең коллегаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Александр Кузьменко алып барҙы.

«Бөгөн һәр беребеҙ ауыр юғалтыу кисерҙе. Ижад итер мәлендә генә Әхәт Мотаһар улы Мортазин арабыҙҙан китеп барҙы. Уның ғүмере буйына Тыуған иленә, яратҡан эшенә хеҙмәт итте. Илһөйәр, үҙ эшенең бөйөк оҫтаһынан өлгө алырға мөмкин ине, — тине Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Ошо тауыш һәр йортҡа, һәр йөрәккә үтеп инде. Ул һәр кемгә тейешле һүҙ таба белде, аҡыллы, ғәҙел, намыҫлы булды».

«Кеше баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң уның изге эштәре, балалары, яҡындары ҡала. Ул яратҡан кешеләренең күңелендә мәңге һаҡлана. Әхәт ағайҙан һуң уның изгелеккә, матурлыҡҡа, дөрөҫлөккә, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡҡа, республикабыҙҙы һәм илебеҙҙе яратырға саҡырып торған тауышы, мәңге үлемһеҙ тауышы, «республикабыҙҙың алтын тауышы» ҡалды», — тип билдәләне Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина.

Шулай уҡ Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм башҡа рәсми кешеләр, йәмәғәтселек вәкилдәре, дикторҙың хеҙмәттәштәре хушлашыу һүҙҙәрен әйтте.

http://www.bashinform.ru/news/1128565-v-ufe-prostilis-s-diktorom-bashkirskogo-radio-akhatom-murtazinym-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть