Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Виктор Садовничий М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының почетлы профессоры исеменә лайыҡ булды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй ректорҙар союзы президенты Виктор Садовничий Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының почетлы профессоры тигән исемгә лайыҡ булды. Был тантана бөгөн абруйлы ғалим Башҡорт дәүләт педагогия университенда булғанда үтте.

Физика-математика фәндәре докторы, профессор, Рәсәй фәндәр академияһы академигы Виктор Садовничий математика, механика һәм тәбиғәт фәне өлкәһендә күренекле ғалим. Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, нәҡ Виктор Садовничий ярҙамында Башҡортостанда бөтөн донъяла билдәле функциональ анализ буйынса ғилми мәктәп ойошторолған. Уның төбәктәге математика һәм мәғариф үҫешенә индергән өлөшө юғары хөкүмәт наградалары менән баһаланған: ул – Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, фән һәм техника өлкәһендә республика Дәүләт премияһы лауреаты.

Осрашыу барышында Виктор Садовничий Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин һәм студенттар, төрлө йылдарҙа тамамлаусылар менән аралашты.

2019 йылда, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулған йылда, Өфөлә Рәсәй ректорҙар союзының күсмә киңәйтелгән ултырышын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе булараҡ Виктор Садовничий «Рәсәй-1» телеканалында дебаттарҙа ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1128627-viktor-sadovnichiy-udostoen-zvaniya-pochetnogo-professora-bgpu-imeni-m-akmully/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть