Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66 ↓

EUR 75.21 ↑

25 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Башгидромет: йылы һауа торошо март аҙағына көтөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда йылы һауа торошо март аҙағына көтөлә. Һауа температураһының нуль градустан күтәрелеүе апрель айының тәүге декадаһында фаразлана. Өфө өсөн – ул 7,8 апрель. Ошо хаҡта республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһының Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышында Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская хәбәр итте.

«Яҡын көндәрҙә яҙ башында килгән ҡыштың дауамын көтәбеҙ әле. Йәғни һауа торошо тотороҡһоҙ була, бер нисә көньяҡ циклон республикабыҙға сығасаҡ. Уртаса ҡар яуыуы, боҙлауыҡ күренештәре көтөлә. Күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән түбән, тотороҡһоҙ, йонсоу һауа торошо фаразлана», — тип билдәләне ведомство етәксеһе.

Уның һүҙҙәренсә, быйыл ҡар аҙ яуҙы. Бөгөнгө көнгә ҡарҙа һыу запасы республиканың төрлө райондарында күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 30-60 процент тәшкил итә. Ҡар күләме ташҡынға тәьҫир итмәйәсәк. Республика ҡалаларындағы ниндәй ҙә булһа участкаларҙы һыу баҫыу көтөлмәй, әммә дала йылғалары менән проблемалар буласаҡ. Унда хәҙер ярайһы уҡ туңыу күҙәтелә. Яҙҙың ниндәй булыуына ҡарап, һыу йә йылға өҫтөнә, йә иһә һыу баҫа торған урындарға сығасаҡ һәм тораҡ пункттарын баҫып аласаҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1128606-bashgidromet-teplaya-pogoda-ozhidaetsya-k-kontsu-marta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть