Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандан 10 йәшлек малай футбол буйынса Рәсәй йыйылмаһынан бүләк аласаҡ

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Белорет районының Инйәр ауылынан 10 йәшлек Данил Корниенко футбол буйынса Рәсәй йыйылмаһы уйынсыларына күптәнге хыялы тураһында яҙған. Малай спорт ярата һәм яңыраҡ футбол секцияһына яҙылған. Әммә уҡыусы күнекмәләргә йыш ҡына һуңлай, сөнки спорт комплексы уның өйөнән ике саҡрым алыҫта урынлашҡан, ә ауыл буйлап йәмәғәт транспорты йөрөмәй.

Данил «Балалар хыялы» проекты сиктәрендә милли команда футболсыларына йәйгеһен күнекмәләргә үҙ велосипедында йөрөү хыялы менән уртаҡлашты.

«Хәҙер ҡыш, саңғыларым бар, ә бына велосипедым бәләкәй булып ҡалды. Берәйһе хыялымды тормошҡа ашыра алһа һәм хәтәр шәп велик бүләк итһә, мин бик шат булыр инем, сөнки ул миңә ныҡ ярҙам итәсәк һәм мин яратҡан футболыма һуңламай йөрөйәсәкмен», — тип яҙған йәш хыял итеүсе.

Данилдың хыялы тормошҡа ашты – уның хаты «Балалар хыялы» проектының 121 финалсыһы иҫәбенә инде һәм оҙаҡламай ул футбол буйынса Рәсәй йыйылмаһынан велосипед аласаҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1128180-10-letniy-malchik-iz-bashkirii-poluchit-podarok-ot-sbornoy-rossii-po-futbolu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть