Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Благовещенда социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса «Үҙ эшеңде башла» программаһы ғәмәлгә ашырыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Благовещен районында социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса «Үҙ эшеңде башла» программаһы эшләй башланы, тип хәбәр итә төбәк Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Программа икенсе йыл рәттән ғәмәлгә ашырыла. Благовещен арматура заводы, республиканың Социаль өлкә яңылыҡтары үҙәге менән хеҙмәттәшлектә Благовещен районы хакимиәте уның ойоштороусылары булып сығыш яһай.

Былтыр «Үҙ эшеңде башла» социаль проекттар конкурсы һөҙөмтәләре буйынса эшҡыуарҙарҙың 11 ижтимағи һәм социаль мөһим проектына 2 миллион һумға ярҙам күрһәтелгән.

Грант ярҙамы менән ғәмәлгә ашырылған проекттар иҫәбендә – декрет ялындағы ҡатындарҙы эшкә урынлаштырған «Төймәкәй» тегеү оҫтаханаһы, «Тоҙ мәмерйәһе» галокамераһы, «Һеҙҙең ҡараусы» социаль предприятиеһы филиалын асыу. Күреү буйынса ике инвалид үҙ эшен аса алды.

Быйыл грант ярҙамының суммаһы 2,2 миллион һум тәшкил итә. Үҙ бизнесын асыуға социаль эшҡыуарҙар 200 мең һумғаса аҡса аласаҡ. Социаль эшҡыуарлыҡ проекттары индерелгән төп өлкәләр – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, экология, туристик бизнес, ял, спорт, өлкән һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам.

Программала ҡатнашыу шарттары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Социаль өлкә яңылыҡтары үҙәге сайтында табырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1128331-v-blagoveshchenske-startovala-programma-po-razvitiyu-sotsialnogo-predprinimatelstva-nachni-svoe-delo/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть