Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала Мостай Кәримдең повесы буйынса «Өс таған» фильмына малайҙар эҙләйҙәр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Мостай Кәримдең повесы буйынса «Өс таған» фильмында ролдәргә кастинг иғлан ителде. Нәфис фильмды төшөрөү өсөн башҡорт телен белгән малайҙар кәрәк.

Кандидат 11-12 йәштәрҙәге ауыл малайы образына инергә тейеш. Балаларҙың фотоһы һәм улар хаҡында мәғлүмәттәрҙе, «Кастинг»тип яҙып, taganokfilm@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Картинаның режиссеры — Айнур Асҡаров («Өфөнән һөйөү менән», «Еңмеш», «Беҙ ҡол түгел», «Пилорама», «Әсе бал», «Әсә»).

Фильмды Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында 2018 йылдың йәйендә төшөрөргә ниәтләйҙәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Башҡортостан» киностудияһы бөйөк башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына арналған «Өс таған» тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөү өсөн республика Башлығының 9 миллион һумлыҡ грантын алды.

http://www.bashinform.ru/news/1128535-v-bashkortostane-ishchut-malchikov-na-roli-v-filme-taganok-po-povesti-mustaya-karima/

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть