Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Ҡыҙғылт һары туп көнө ойошторола

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Шәмбе, 17 мартта, Башҡортостандың баш ҡалаһында балалар һәм өлкәндәр өсөн традицион баскетбол байрамы — Ҡыҙғылт һары туп көнө ойошторола.

Республиканың Баскетбол федерацияһында һөйләүҙәренсә, сара Башҡорт дәүләт аграр университетының спорт комплексында уҙа. Спорт программаһында бер нисә категорияла 10 минутлыҡ уйын ҡаралған, уларҙың һәр береһендә 12 уйынсы сығыш яһай. Ғәҙәттәгесә, Ҡыҙғылт һары туп көнөн йәш баскетболсылар аса, ветерандар һәм студенттар тамамлай. Тәү сиратта егеттәр, артабан ҡатын-ҡыҙҙар (ветерандар һәм студенттар), 50 йәштән өлкән ирҙәр, студенттар уйнай.

Ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы конкурстар һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Ҡасан: 17 мартта, көндөҙгө сәғәт 12-лә.

Ҡайҙа: Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 34, Башҡорт дәүләт аграр университетының спорт комплексы.

http://www.bashinform.ru/news/1128308-v-ufe-proydet-den-oranzhevogo-myacha/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть