Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә кесе эшҡыуарлыҡ өсөн онлайн-кассалар буйынса бушлай семинар уҙғарыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

3 апрелдә Өфөлә милекселәр, директорҙар, бухгалтерҙар өсөн бушлай семинар үткәреү күҙаллана. Уның темаһы — онлайн-касаларға күсеү. Ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем билдәләнгән килемгә берҙәм һалымдың һалым режимын һәм патент файҙаланған предприятиеларҙа, шулай уҡ дөйөм туланыу предприятиеларында Федераль һалым хеҙмәте менән тоташтырылған яңы ҡоролмалар ҡулланылырға тейеш.

Сара Ҡала мәҙәниәт һарайында иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем бара. Семинарҙың программаһы менән бында танышырға мөмкин.

Ошо өлкәлә эшләгән шәхси эшҡыуарҙар өсөн компенсация ҡаралған. Әгәр техника 2018 йылдың 1 июленә тиклем һатып алынған икән, һәр яңы онлайн-касса өсөн тотоп ҡалынған һалым рәүешендә 18 мең һумды кире ҡайтарырға мөмкин. Шуға күрә техниканы алдан һатып алыу яҡшыраҡ, уны 2018 йылдың апрель-май айҙарында ла теркәргә мөмкин, тип кәңәш бирҙеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында.

http://www.bashinform.ru/news/1128111-v-ufe-provoditsya-besplatnyy-seminar-po-onlayn-kassam-dlya-malogo-biznesa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть