Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда тағы бер заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Краснокама районының Әшит ауылында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Хеҙмәтләндереү радиусы — бер саҡрым самаһы, үҙәк район дауаханаһына тиклем — 49 саҡрым, ауылдың үҙендә 80-гә яҡын кеше йәшәй.

Яңы бина барлыҡ заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап бирә. Һалҡын һәм эҫе һыу, йылылыҡ менән тәьмин ителгән. Ингән урында пандус ҡуйылған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында бөтә кәрәкле йыһаздар, интернет бар.

Ошондай фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә, пациенттарҙың амбулатор этапта булыу шарттарын яҡшыртырға, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең ауырыуҙарын кәметергә мөмкинлек бирә, тип иҫәпләйҙәр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

http://www.bashinform.ru/news/1128221-v-bashkirii-otkryli-eshchye-odin-sovremennyy-fap/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть