Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

18 мартта Учалыла һайлау участкаһы башҡаларҙан ике сәғәткә алдараҡ асыла

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа Учалылағы 3147-се һайлау участкаһында тауыш биреү ваҡытын күсерҙе. Участок иртәнге сәғәт 6-ла асыла. 3147-се һайлау участкаһы «Учалы филармонияһы» муниципаль автономлы учреждениеһында урынлашҡан.

Үҙәк һайлау комиссияһында әйтеүҙәренсә, ҡарар Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән Рәсәй граждандарының әүҙем һайлау хоҡуғын бойомға ашырыу өсөн тейешле шарттар булдырыу маҡсатында Учалы районы территориаль һайлау комиссияһы, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры мөрәжәғәте буйынса ҡабул ителгән. Шахтерҙарҙың эш ваҡыты тауыш биреү ваҡыты менән тап килә.

Рәсәй Президентын һайлау 18 мартта уҙа. Унда һигеҙ кандидат: Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1128255-v-bashkirii-izbiratelnyy-uchastok-v-uchalakh-na-vyborakh-prezidenta-otkroetsya-na-dva-chasa-ranshe-o/

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть