Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Республикала туңып үлгән крокодил тапҡандар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда урындағы йәшәүселәр туңған крокодил тапҡан һәм ғәҙәти булмаған табыштың фотоһын социаль селтәргә һалған.

«Башинформ» агентлығына фото авторы һөйләүенсә, крокодилды юл буйында башта уның әсәһе күреп ҡалған.

«Әсәйем иртәнсәк, төнгө сменанан һуң Баймаҡтан ҡайтып килгән. Сибай һәм Баймаҡ районың Моҡас ауылы араһындағы юлда ул крокодилға оҡшаған нимәнелер күреп ҡалған, әммә уны боҙ киҫәгелер тип уйлаған. Икенсе көн иртәнсәк ғаиләбеҙ менән Сибайға барырға сыҡтыҡ, «боҙ киҫәге» шунда уҡ ята ине. Беҙ ҡарарға тип туҡтаныҡ, ул туңған крокодил булып сыҡты. Ҡойроғоноң яртыһы, артҡы тәпәйҙәре лә юҡ ине. Үҙебеҙ менән алып торманыҡ, әммә шуныһы ҡыҙыҡ, киләһе көн ул унда юҡ ине. Йә эттәр алып китте, йә башҡа кешеләр табып алды», — тип хәбәр итте агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Социаль селтәр менән ҡулланыусылар крокодил юлда күсмә зоопарктан төшөп ҡалғандыр тип уйлай.

http://www.bashinform.ru/news/1128289-na-trasse-v-bashkirii-nashli-zamerzshego-krokodila-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть