Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Башҡортостандан «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» форумында ҡатнашыусы: «Элек ғариза ебәрә торғайныҡ, ә хәҙер беҙҙе саҡыралар»

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфөнән 21 йәшлек Радмила Дәүләтшина «Ижади йәштәр» проекты сиктәрендә Башҡортостандан «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» форумында ҡатнаша. Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетының дүртенсе курс студенткаһы үҙенең «MediaHouse» кино, тетар һәм ТВ лабораторияһы» проекты менән етәкселек итә. Өфө ҡыҙы «Таврида» форумында үҙенең «ҡаҙанышы» менән ике тапҡыр грант (100 мең һум) отто. Был юлы ҡыҙ ғариза биреп торманы.

«Беҙ бер үҙебеҙ команда менән Өфөлә һәм республикала кешеләрҙе кино, театр һәм телевидение сәнғәтенә бушлай өйрәтәбеҙ, — тип «Башинформ» агентлығы менән уртаҡлашты Радмила Дәүләтшина. — Алдан үҙем юл һала, төрлө конкурстарға ғариза ебәрә инем, ә «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» форумына мине саҡырҙылар». Асыу тантанаһында бейеп һәм Мәскәү оперетта театрында «Анна Каренина» спектаклен ҡарай алдым».

27 февралдә Радмиланың проектына теүәл бер йыл тулды. «MediaHouse» кино, театр һәм ТВ лабораторияһы» башында ҡыҙ фекерҙәштәрҙе менән бергә был сәнғәткә өйрәнергә теләгән 80 кеше йыйҙы. Уҙған көндәрҙә Мәскәүҙәге форумда студентканың проектының икенсе миҙгеле башланды, унда ла 80 ҡатнашыусы яҙылған.

«Рәсәй – мөмкинлектәр иле»ндә үҙ проектым тураһында һөйләргә һәм яңы белем тупларға ниәтләнәм», — тип һөйләне Радмила.

«Рәсәй – мөмкинлектәр иле» форумы Мәскәүҙә «ВДНХ» күргәҙмә комплексында үтә. Башҡортостандан унда төрлө проекттарҙан кәмендә 11 ҡатнашыусы бар.

Асыҡ платформа асыҡ социаль лифттар системаһын үҫтереү, төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә һәләтле йәштәр һәм профессионалдар үҙ-үҙен тормошта тапһын, шулай уҡ шәфҡәтлелеккә ярҙам итеү һәм иң яҡшы ижтимағи башланғыстарҙы туплау өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса ойошторолдо.

http://www.bashinform.ru/news/1128231-uchastnitsa-foruma-rsv-iz-bashkirii-ranshe-my-podavali-zayavki-a-teper-nas-priglashayut/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть