Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда үлемесле юл фажиғәһендә иҫән ҡалған ҡатын реанимацияла ята

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

«Mercedes Sprinter» микроавтобусы һәм «MAN» йөк машинаһы ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәһендә зыян күргән ҡатын (Силәбе өлкәһенән) Әшә дауаханаһынан Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатылды. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән уның хәле тураһында хәбәр иттеләр.

«Ҡатындың хәле бик ауыр. Әле ул реанимацияла ята. Табиптар минут һайын уны тикшереп тора. Хәлен яҡшыртыу өсөн кәрәкле дауалау саралары тәғәйенләнә», — тип аңлатма бирҙеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 27 февралдә М-5 «Урал» трассаһында теркәлгән ҡот осҡос аварияла туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлдө. Өс кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды. Силәбе өлкәһенең Эҫем ҡалаһынан 1952 йылғы ҡатындың башы һәм умыртҡа һөйәге ныҡ ҡына ҡазаланған. Табиптар уны санитар авиация ярҙамында Өфө дауаханаһына күсерергә тигән ҡарар ҡабул итте. Бында пациентты ҡабул итергә бөтәһе лә әҙер ине.

http://www.bashinform.ru/news/1126155-vyzhivshaya-v-smertelnom-dtp-v-bashkirii-zhenshchina-nakhoditsya-v-reanimatsii-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть