Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Мәскәү — Яр Саллы — Өфө» яңы автобус рейсы асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

6 мартта «Мәскәү — Яр Саллы — Өфө» автобус рейсы асылды, тип хәбәр итә «Мосгортранс»тың матбуғат хеҙмәте. Төнгө автобус Мәскәүҙең «Новогиреево» автостанцияһынан көн һайын киске сәғәт 7-лә юлға сыға. Маршрутты шәхси эшҡыуар Ш.Р. Булатов хеҙмәтләндерә.

Мәскәүҙән Өфөгә тиклем билет хаҡы ике мең һум тәшкил итә, балалар өсөн билет (12 йәшкәсә) — 1000 һум. Багаж хаҡы — 30 һум.

Яндекс.Теҙмәләр мәғлүмәттәренә ярашлы, әлегә тиклем Мәскәү-Өфө маршрутында өс пассажир ташыусы эшләй ине, улар тәүлегенә биш рейс башҡара торғайны. Юл йөрөүҙең уртаса хаҡы 1800-3000 һум тәшкил итте.

http://www.bashinform.ru/news/1126072-zapushchen-novyy-avtobusnyy-reys-kotoryy-svyazhet-ufu-naberezhnye-chelny-i-moskvu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть