Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Башҡарма комитеты етәксеһе Алексей Анисимов менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Башҡарма комитеты етәксеһе, Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе Алексей Анисимов менән эш буйынса осрашты.

Осрашыу барышында федераль һәм республика ҡануниәттәрен үҫтереү, алдағы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға әҙерлек мәсьәләләре, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған проекттары тикшерелде.

Алексей Анисимов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе башҡарған эштең юғары һөҙөмтәлелеген, һаулыҡ һаҡлауҙы, спортты, ҡала биләмәләрен төҙөкләндереүҙе, йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙе үҫтереү өлкәһендәге төбәк ғәмәлгә ашырған сараларҙың файҙаһын билдәләне.

«Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары менән үҙ-ара тығыҙ эш итә, социаль проекттарҙа ҡатнашыу өсөн киң йәмәғәтселекте берләштерә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев. — Дәүләт Йыйылышы менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Төбәк бүлексәһенең рәйестәштәре иҫәбендә республика парламенты депутаттары».

http://www.bashinform.ru/news/1126017-konstantin-tolkachev-provel-vstrechu-s-rukovoditelem-ispolkoma-onf-alekseem-anisimovym/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть