Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республикабыҙҙан һигеҙ спортсы грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселегенә сыҡты

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,Эльмира Сабирова/.

Яр Саллыла 21 йәшкә тиклемге егеттәр араһында грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге тамамланды. Турнирҙа Татарстандан, Ульяновск, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Мордовиянан 300-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты. Республикабыҙ исеменән Өфөнән, Октябрьскийҙан, Нефтекаманан һәм башҡа ҡалаларҙан 30-ға яҡын спортсы сығыш яһаны.

Ярыш йомғаҡтары буйынса 8 яҡташыбыҙ ғына яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Еңеүсе исеменә Ислам Опиев (77 килограмм) һәм Магомед Бисаев (87 килограмм) лайыҡ булды. Аслан Толов (67 килограмм), Мәҡсүт Рәхимов (55 килограмм), Магомед Ҡаранаев (72 килограмм) көмөш миҙалдар менән бүләкләнде. Өсөнсө урында – Арсанали Тонаев (82 килограмм), Руслан Садиҡов (82 килограмм) һәм Анатолий Баянов (130 килограмм).

Турнирҙа еңеүселәр һәм призерҙар Рәсәй беренселегенә юллама алды, ярыш 5-8 апрелдә Октябрьский ҡалаһында уҙа, тип хәбәр итте Башҡортостан Грек-рим көрәше федерацияһының матбуғат секретары Елена Ледяйкина.

http://www.bashinform.ru/news/1125908-vykhod-na-pervenstvo-rossii-po-greko-rimskoy-borbe-obespechili-sebe-vosem-sportsmenov-iz-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть