Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте агросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе биш тапҡырға арттырҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда йәш аграрийҙарға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр биш тапҡырға арттырыла, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Республика аграр сәнәғәт комплексының кадрҙар ҡеүәтенә дәүләт ярҙамы саралары күрһәтеү программаһы сиктәрендә 2009 йылдан ғәмәлдә булған йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тәртибе үҙгәрҙе.

«Хәҙер вуз тамамлағандарға – 500 мең, урта профессиональ белем биреү йортон бөткәндәргә 300 мең һум тапшырыла, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Республика ҡаҙнаһында 2018-2020 йылдарға ошо маҡсатта 70,6 миллион һум ҡаралған».

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ошондай белгестәрҙе һөҙөмтәле эшләгән хужалыҡтарға ғына эшкә урынлаштырырға ҡушты.

Кәңәшмәлә шулай уҡ агросәнәғәт комплексында инвестиция кредиттары буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплауға республика бюджетынан субсидиялар бүлеү тәртибе раҫланды.

http://www.bashinform.ru/news/1125784-pravitelstvo-bashkirii-v-pyat-raz-uvelichilo-edinovremennye-vyplaty-molodym-spetsialistam-apk/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть