Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Кванториумдар» төҙөү буйынса программа уңышлы эшләй – Рөстәм Хәмитов

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Благовещен районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов СИБУР ярҙамында асылған «Кванториум» балалар технопаркында булды.

«Наноквантум» һәм «Hi-tech цех» майҙансыҡтарында уҡыусылар инженер прототип яһауҙы, лазер һәм аддитив технологияларҙы үҙләштерә, микро һәм нано кимәлдәге материалдарҙы өйрәнә, модель яһау һәм нефть химияһында реаль етештереү бурыстарын хәл итеү менән шөғөлләнә.

Балалар өсөн виртуаль китапхана, 3D-кинотеатр һәм ысынбарлыҡ менән байытылған аттракцион менән мультимедия киңлек ойошторолған. «Завод төҙөү», «Лаборатория» һәм «Йәшел зона» йүнәлештәренән торған «Һөнәрҙәр ҡалаһы» асылған. Бында ҡыҙҙар һәм малайҙар ысын производстволар төҙөү нигеҙе хаҡында белә, шулай уҡ Ҡыҙыл китапҡа индерелгән хайуандарҙың йәшәү урынын өйрәнә ала. Бынан тыш, технопаркта «Квантомузей» эшләй.

Башҡортостан Башлығы «Кванториум» майҙансығын ҡараны, балалар менән аралашты, ҡорамалдар һәм шул иҫәптән 3D-принтер өсөн тотонола торған материалдар менән ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Хәмитов сығым материалдарҙы импорт аналогы менән сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа илебеҙ предприятиеларында етештерергә тәҡдим итте.

— «Кванториум»ды ҡараныҡ. «Кванториум»ды яңы ҡорамалдар, приборҙар менән йыһазландырыу өсөн 45 миллион һум күләмендә ресурстар таба алған «СИБУР» компанияһына оло рәхмәт һүҙҙәре, – тине сәфәр йомғаҡтары буйынса республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Бөтә лайыҡлы, бөтә яҡшы. Рәсәй Федерацияһында «Кванториум»дар төҙөү буйынса программа бөгөнгө көнгә, һис шикһеҙ, уңышлы эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1125834-programma-po-sozdaniyu-kvantoriumov-rabotaet-uspeshno-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть