Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өйҙәге төп эште әле һаман да ҡатын-ҡыҙҙар башҡара – тикшереү

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өйҙәге төп эште әүәлгесә ҡатын-ҡыҙҙар башҡара, ир-егеттәрҙең бурысы сүп-сар сығарыуға (47%) һәм автомобилде хеҙмәтләндереүгә (81%) ҡайтып ҡала. «Ромир» холдингы мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй.

«Рәсәй ғаиләләрендә өйҙәге төп эште әүәлгесә ҡатын-ҡыҙ башҡара. Ир кеше ярҙам итһә лә, хужабикәнең мәшәҡәттәре бөтмәй» – тип хәбәр итә «РИА Новости».  

Һөҙөмтәләргә ярашлы, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының 74% — кер йыуыу, 76% кер үтекләү өсөн яуап бирә. Ғаиләләрҙең 52% — аш-һыу әҙерләү, 45% өй йыйыштырыу ҙа ҡатын-ҡыҙ елкәһендә.

Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәре менән бергә балалар тәрбиәләүҙә (71%), аҙыҡ-түлек һатып алыуҙа (65%), һауыт-һаба йыуыуҙа  (50%), өй йыйыштырыуҙа (47%) һәм йорт хайуандарын тәрбиәләүҙә (40%) ҡатнаша.

Өҫтәүенә ирҙәр 3% осраҡта ғына — аш-һыу әҙерләүгә,  6% һауыт-һаба йыуыуға яуап бирә. Көслө зат вәкилдәренең 3-4 % ғына фатирҙы йыйыштырыу, кер йыуыу һәм үтекләү менән шөғөлләнә.

Теги: тикшереү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть