Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан хөкүмәтендә күп балалы әсәләр бүләкләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостан хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Быйыл республикала «Әсәлек даны» дәүләт наградаһы булдырылыуға 20 йыл тула. Шул ваҡыт эсендә 7,5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо абруйлы наградаға лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән.

«Һеҙҙе яҙҙың тәүге көндәрендә бүләкләү бигерәк күңелле, — тип мөрәжәғәт итте ҡатын-ҡыҙҙарға республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.  — Тереклеккә йәшәү көсө биргән яҙ менән сағыштырам мин һеҙҙе. Беҙ артабан да ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ. «Балалыҡ ун йыллығы» программаһы сиктәрендә социаль өлкәгә ҙур иғтибар бүлеү ҡаралған. Ошо суммаға беҙ республика ҡаҙнаһынан аҡса өҫтәйбеҙ, уны балалар баҡсаларындағы ясле төркөмдәрен ойоштороуға йүнәлтәбеҙ».

Вице-премьер һүҙҙәренсә, балалар поликлиникаларын һәм дауаханаларҙы яңыртыу, заманса йыһазландырыу, мәҙәниәт объекттарын һәм дөйөм белем биреү учреждениеларын ремонтлауға өҫтәмә аҡса бүлеү күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1125787-v-pravitelstve-bashkirii-nagradili-mnogodetnykh-materey-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть