Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһында «Ирәмәл» паркында ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙе тыйыуға аңлатма бирҙеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһы «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙе тыйҙы. Бындай ҡарар социаль селтәрҙә көслө фекер алышыу тыуҙырҙы. Алдан хәбәр ителгәнсә, блогерҙар һәм туристик индустрия вәкилдәре ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙе тыйыу Ирәмәл тауының туристик йәлеп итеүсәнлегенә етди зыян килтерер тип хәүефләнә. Улар туристар ағымы Башҡортостандан тиҙ арала күрше төбәккә күсер тип иҫәпләй. Бынан тыш, бындай ҡарар изге урынға өлкән кешеләргә, балаларға һәм инвалидтарға юлды япты.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы директоры Марат Хәсәнов аңлатыуынса, дирекция ошо һорау өҫтөндә эшләй – тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы менән хеҙмәттәшлектә килеп сыҡҡан хәлдән законлы юл эҙләй.

«Ирәмәл» тәбиғәт паркы ҡағиҙәләренә һәм Рәсәй Федерацияһының тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтенә ярашлы, парктың эше менән бәйле булмаған механик транспот сараларының хәрәкәте тыйылған – был беренсе. Икенсенән, тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһының был сәбәп буйынса ҡарашы бик ҡаты. Шуға беҙ ошолай фекерләйбеҙ: туристарҙың уңайлығы өсөн дә ҡарарҙар эҙләргә кәрәк, әммә тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен үтәү сиктәрендә», — тип комментарий бирҙе ведомство директоры.

Уның һүҙҙәренсә, парк уникаль тәбиғәтте һаҡлау өсөн булдырылған.

«Кешеләр бында матур тәбиғәт менән һоҡланыр өсөн килә, уларға ошо урындарҙың тыныслығы күңелгә йәм өҫтәй. Күҙ алдына килтерегеҙ, әгәр бында үтә йөрөмәле урын эшләргә юл ҡуйһаҡ, Ирәмәл үҙенең ошо матурлығында оҙаҡ һаҡланырмы? Беҙ бына тыйҙыҡ та эш бөттө тип, был мәсьәләгә нөктә ҡуймайбыҙ. Беҙ аҙ хәрәкәт иткән граждандар ҙа тәбиғәт паркында була алһын һәм ҡануниәт тә боҙолмаһын өсөн мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ», — тип өҫтәне Марат Хәсәнов.

http://www.bashinform.ru/news/1125706-v-direktsii-po-osobo-okhranyaemym-prirodnym-territoriyam-bashkirii-prokommentirovali-zapret-poezdok-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть