Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Владимир Путин Башҡортостан вәкиленә остазлыҡ хаҡында һөйләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Түбәнге Тагилда алтынсы Бөтә Рәсәй эшсе йәштәр форумы үтә. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу йәш кеше ҡатнаша. Форумда ҡатнашыусылар араһында сәнәғәт, транспорт һәм аграр предприятиелар вәкилдәре, шулай уҡ йәштәр профессиональ берләшмәләре лидерҙары.

Форумда ҡатнашыусылар остазлыҡты үҫтереү һәм эшсе һөнәрҙәрҙең популярлығын күтәреү буйынса башланғыстар әҙерләйәсәк. Мәғариф программалары сиктәрендә сарала ҡатнашыусылар өсөн эшсе һөнәрҙәрҙе һәм остазлыҡты үҫтереү темаһы буйынса форум ҡунаҡтарынан лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙа.

Уҙған көндә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыу үтте. Башҡортостан Республикаһы делегацияһынан Рәсәй сәйәсәте мәктәбе секретары Гөлнара Хәмиева дәүләт башлығынан уның карьераһы үҫешендә кем остаз булғанын һораны. Ул бик изге күңелле һәм тәрән аҡыллы кешеләр һәм улар бик күп булды, тип билдәләне Президент.

Владимир Путин остазлыҡ хәрәкәтенә мотлаҡ булышлыҡ итәсәген әйтте.

http://www.bashinform.ru/news/1125807-vladimir-putin-rasskazal-zhitelnitse-bashkirii-o-nastavnichestve/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть