Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың 100 йыллығына: Межгорьела физкультура-һауыҡтырыу комплексын яңыртыу эштәре тамамланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Межгорьела физкультура-һауыҡтырыу комплексын яңыртыу эштәре тамамланды. Был социаль әһәмиәтле объекттың реконструкцияһы Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған.

Бинаның дөйөм майҙаны — 2,5 мең квадрат метрҙан ашыу. Ул көнөнә 600 кеше ҡабул итә ала.

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, яңыртыу эштәренән һуң физкультура-һауыҡтырыу комплексы хәҙер бөтә төҙөлөш, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек талаптарына, санитар-эпидемиологик һәм экологик нормаларға яуап бирә.

http://www.bashinform.ru/news/1125812-k-100-letiyu-bashkirii-v-mezhgore-zavershena-rekonstruktsiya-fizkulturno-ozdorovitelnogo-kompleksa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть