Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

24 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә иң сибәр башҡорт ҡыҙын һайлайҙар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» конкурсы финалсылары билдәләнде. Илебеҙҙең баш ҡалаһындағы иң сибәр башҡорт ҡыҙы исеме өсөн һигеҙ ҡатнашыусы көс һынаша.

Финал 24 мартта Орджоникидзе исемендәге Рәсәй геология-разведкалау университетының тамашалар залында уҙа. Бөтә ҡыҙҙар ҙа Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм әлеге көндә Мәскәүҙә техник вуздарҙа белем ала.

Ҡыҙҙар актер оҫталығы конкурсында ҡатнаша, халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡара. Жюри һылыуҡайҙарҙың актер оҫталығын, башҡорт әҙәби телен белеүен, сәхнәлә үҙҙәрен тотоуын, килешле итеп фотоға төшөү һәләтен баһалай.

«Үткән йылдар тәжрибәһе күрһәтеүенсә, конкурс ҡыҙҙарға һәләттәрен асырға, үҙ көсөнә ышанырға һәм сәхнәнән ҡурҡмаҫҡа ярҙам итә, —тип һөйләне конкурсты ойоштороусы Әлфиә Килдейәрова. — Быйыл тамашасылар өсөн күп бүләктәр әҙерләнек».

Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта белем алған республика студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы.

Өфөлә «Һылыуҡай-2018» республика конкурсы «Һылыуҡай көндәлектәре» исеме аҫтында телевизион реалити-шоу форматында уҙа һәм 23 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур Гала-финал менән тамамлана. Конкурс тарихында тәүге тапҡыр төп бүләк — автомобиль.

http://www.bashinform.ru/news/1125509-samuyu-krasivuyu-bashkirku-vyberut-v-moskve/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть