Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.68

EUR 72.53

18 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә тәфтишселәр дауаханала яңы тыуған сабыйҙың үлем осрағы буйынса тикшереү алып бара

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

22 февралдә Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдарына республика балалар клиник дауаханаһында яңы тыуған сабыйҙың вафат булыуы хаҡында хәбәр килә. Әлеге осраҡ буйынса төбәктең Тәфтиш комитеты тикшереү эштәре алып бара.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә яҡынса мәғлүмәттәрҙе хәбәр иттеләр: 19 февралдә Архангел районында йәшәгән йөклө ҡатынды урындағы дауахананан Өфөләге перинаталь үҙәккә оҙаталар. Ул малай таба, ләкин сабыйҙы республика клиник дауаханаһына алып китәләр. Өс тәүлектән һуң бала яҡты донъя менән хушлаша.

«Хәҙер ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, сабыйҙың үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, тейешле документация тартып алынған. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса һәм медицина документтарын өйрәнгәндән һуң енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

http://www.bashinform.ru/news/1125701-v-ufe-sledovateli-provodyat-proverku-po-faktu-smerti-novorozhdennogo-v-bolnitse/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть