Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

25 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошманың символикаһына конкурс иғлан итте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында ойошманың символикаһына конкурс иғлан итте.

Эскиздар биҙәүестәр — муйынсаҡ, алҡа, төйрәмес рәүешендә булырға мөмкин. Еңеүсене «Милләт байлығы» ойошмаһынан ювелир биҙәүестәр менән бүләкләү ҡаралған.

«Киләсәктә был символ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең айырылып торған билдәһенә әүерелергә тейеш. Беҙ юбилярҙарыбыҙҙы, әүҙем ағзаларыбыҙҙы ошо билдә менән бүләкләргә ниәтләйбеҙ», — тип хәбәр итте ойошма рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

http://www.bashinform.ru/news/1125409-obshchestvo-bashkirskikh-zhenshchin-obyavilo-konkurs-na-simvoliku-organizatsii-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть