Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктең Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы проекты Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы тип танылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

«Эшҡыуарлыҡҡа — мәктәп эскәмйәһенән» республика программаһы Волга буйы федераль округында иң яҡшы остазлыҡ тәжрибәләренең береһе тип танылды.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы ошо көндәрҙә Ижевскиҙа үткән «Остаз — 2018» округ форумының наградаһына лайыҡ булды. Ассоциацияның «Эшҡыуарлыҡҡа — мәктәп эскәмйәһенән» проекты «Эшҡыуарлыҡта һәм бизнеста остазлыҡ» номинацияһына тәҡдим ителде һәм 307 ғариза араһында 2-се урынды алды.

Проект Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты булышлығында тормошҡа ашырыла. Был — X класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәре буйынса дүрт айлыҡ курстар. Әлеге тәжрибә йәштәрҙә эшҡыуарҙың ыңғай образын булдырыуға йүнәлтелгән. 2016 йылдан проект Бөрө, Благовещен, Туймазы, Октябрьский, Өфө мәктәптәрендә бойомға ашырылған.

«Балаларҙың вайымһыҙ түгеллегенә, әүҙем, уйлап табыусан булыуҙарына шатланабыҙ. Беҙҙең тәжрибә үҫеп килгән йәш быуында эшҡыуарҙың ыңғай образын тыуҙырырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ», — ти Алла Кузьмина.  

Волга буйы федераль округы буйынса иң яҡшы остазлыҡ тәжрибәһе конкурсының 16 еңеүсеһе бүләкләнде. «Иң яҡшы остазлыҡ тәжрибәләре» федераль конкурсына бөтәһе 4000-дән ашыу ғариза килгән, 715 — Волга буйы федераль округынан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһынан.

http://www.bashinform.ru/news/1125287-proekt-assotsiatsii-zhenshchin-predprinimateley-bashkirii-priznan-odnim-iz-luchshikh-v-pfo-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть