Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Силәбе өлкәһендә йәшәүселәр башҡорт теленән диктант яҙҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Силәбелә 500-гә яҡын кеше башҡорт теленән белемдәрен тикшерҙе. Проектты Башҡортостандың Урал федераль округындағы вәкиллеге һәм өлкәнең Башҡорт ҡоролтайы проектты хупланы.

Башҡорт теленән диктант яҙырға Әлиә Ноғоманова тәҡдим иткән. Ул уҡытыусы һәм филолог булараҡ туған телде үҫтереүгә һәм пропагандалауға йүнәлтелгән ошондай проекттарҙың әһәмиәтен яҡшы аңлай. Быға тиклем уның булышлығында Златоуст ҡалаһында башҡорт теленән төбәк диктанты үткәрелгәйне. Быйыл ул Башҡортостандың Урал федераль округындағы даими вәкиллеге һәм өлкәнең Башҡорт ҡоролтайы ярҙамында проектты өлкә кимәленә сығарыуға өлгәште.

Көньяҡ Уралда йәшәүселәр сараға ныҡлы әҙерләнгән. Арғаяш районы ҡатнашыусылар һаны буйынса айырылып торҙо — Арғаяш, Яратҡол, Ҡуянбай, Байғаҙы, Дәрбиш, Ҡуйһары, Көҙәш, Ҡолой, Березовка, Аҡбаш ауылдарынан 332 кеше диктант яҙҙы. Златоуста иһә 42 кеше ҡатнашҡан диктант ижади коллективтар ҡатнашлығындағы сағыу тамашаға әүерелде. Сара төрлө район, ауыл һәм ҡалаларҙың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡоншаҡ районында — 40, Магнитогорскиҙа — 38, Сыбаркүл районында — 30, Силәбелә 16 кеше туған телдән белемдәрен тикшерҙе.

Диктант тексы Сосновка районы шағиры Урал Ҡолошовтың «Бәхет хаҡында әкиәт» хикәйәһенән алынды. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, әҫәрҙәге мәңгелек ҡиммәттәр тураһында идея уларҙың күңеленә хуш килгән.

Диктантты ойоштороусылар проекттың партнерҙарына һәм ярҙамсыларына: Башҡортостандың Урал федераль округындағы даими вәкиллегенә, Силәбе өлкәһенең Башҡорт ҡоролтайына, мәктәп директорҙарына һәм уҡытыусыларға, урындағы әүҙемселәргә рәхмәт белдерҙе.

Диктант яҙған һәр кешегә ҡатнашыусы сертификаты тапшырыла, ә еңеүсе йәш һәм популяр яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың автографлы «Ҡалдырма, әсәй!», «Әкиәтһеҙ бала саҡ» һәм «Урам балалары» китаптары менән бүләкләнә.

Башҡорт теленән киләһе диктант көҙгә билдәләнгән, ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала, тип хәбәр иттеләр «Уралым» гәзите редакцияһынан.

http://www.bashinform.ru/news/1125333-zhiteli-chelyabinskoy-oblasti-napisali-diktant-po-bashkirskomu-yazyku/

Теги: диктант
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть