Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт яҙыусыһын Михаил Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙал менән бүләкләнеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовты Михаил Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙал менән бүләкләнеләр. Награда ҡаҙаҡ әҙәбиәте үҫешенә өлөш индергән өсөн бирелде.

«Ҡаҙағстанда Шолоховты бик хөрмәт итәләр. Баҡтиһәң, ул бында үҙенең бик күп әҫәрҙәрен яҙған. Шолоховтың тәүге музейы нәҡ ошонда асылған», — тип билдәләне Айгиз Баймөхәмәтов.

Ҡаҙағстанда яҙыусының ҡаҙаҡ телендә китап сығарыу осрағы буйынса осрашыуҙар үтә. Бөгөн Ҡаҙағстандағы Милли китапханала китаптың исем туйы үтте, унда күренекле ҡаҙаҡ яҙыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ татар-башҡорт диаспораһы вәкилдәре ҡатнашты.

Айгиз Баймөхәмәтовтың килеүе буйынса революцияға тиклем нәшер ителгән башҡорт һәм татар яҙыусыларының китаптарының күргәҙмәһе ойошторолдо.

http://www.bashinform.ru/news/1125539-bashkirskogo-pisatelya-nagradili-mezhdunarodnoy-medalyu-imeni-mikhaila-sholokhova/

Теги: әҙәбиәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть