Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика — Рәсәйҙә сит ил туристары араһында популяр тәүге 15 төбәк иҫәбендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

«ТурСтат» аналитика агентлығы 2017 йылда Рәсәй төбәктәрендә сит ил туристары өсөн ойошторолған сәйәхәт буйынса рейтингты иғлан итте. Уға Мәскәү һәм Санкт-Петербург индерелмәгән, сөнки ике ҡала ла, ғәҙәттәгесә, сит ил туристары һаны буйынса беренсе һәм икенсе урындарҙы биләй. Уҙған йылда Мәскәү — 4,8 миллион, Санкт-Петербург 3,75 миллион сит ил ҡунағын ҡабул иткән.

Төбәктәрҙең йомғаҡлау рейтингында Кубань, Приморье, Ҡырым, Татарстан һәм Мәскәү өлкәһе алдынғы урында килә. Атап әйткәндә, Краснодар крайына — 900 меңдән ашыу, Приморьеға — 640 мең, Ҡырымға 500 меңдән күберәк си ил туристары килгән. Башҡортостан 11-се урынды алды: бер йыл эсендә республикала 100 мең турист булып киткән.

Бынан алда «ТурСтат» агентлығы Рәсәй төбәктәре араһында эске туризм рейтингын төҙөнө. Уға ярашлы, Башҡортостан илдең башҡа төбәктәренән килгән кешеләр һаны буйынса 17-се урында ине. 2017 йылда төбәктә туристар ағымы 15% артып, ике миллион кешегә еткән.

http://www.bashinform.ru/news/1125268-bashkiriya-v-pervoy-15-ke-v-rossii-po-populyarnosti-u-inostrannykh-turistov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть