Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Владимир Путин Башҡортостанда алты судья тәғәйенләү хаҡында указға ҡул ҡуйҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда алты судья тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документтың тексы рәсми норматив-хоҡуҡи акттар порталында баҫылған. Егерме битлек документтың тексында бөтәһе 200-ҙән ашыу судьяның фамилияһы бар, уларҙың ҡайһы берҙәре рәйес һәм рәйес урынбаҫары булып киткән.

Мәҫәлән, Снежана Бондаренко – Белорет, Ирек Абдулов – Ғафури, Таһир Ҡарасурин – Күмертау, Владимир Чернявский Мәләүез район-ара суды судьяһы итеп тәғәйенләнгән.

Өфөлә иһә Гөлнара Мөхәмәтова – Орджоникидзе, Элеонора Әбүзәрова – Совет район суды судьяһы, ә Оксана Пиндюрина дәүләт башлығы указы менән Совет район суды рәйесе урынбаҫары вазифаһына үрләтелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1125264-vladimir-putin-podpisal-ukaz-o-naznachenii-shesti-sudey-v-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть