Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәрен көсләү тураһында эш: Башҡортостанда ла ошондай енәйәттәр теркәлгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Силәбе өлкәһендә мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәрен көсләү тураһында эш бөтә илде тетрәндерҙе. Әле Рәсәй Тәфтиш комитетының үҙәк аппаратында «Бәлиғ булмағандарға ҡарата енси характерҙағы көс ҡулланыу» һәм «Иғтибарһыҙлыҡ» статьялары буйынса бер нисә енәйәт эше тикшерелә. Һуңғыһында коррекция балалар йорто һәм опека органдары хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашлығы булыуы ихтимал. Тәүге эштә ғәйепләнеүсе бар — интернатҡа бер нисә тапҡыр килеп киткән ир.  

«Александр Бастрыкин Рәсәй Тәфтиш комитетының баш тәфтиш идаралығы хеҙмәткәрҙәренә атап үтелгән енәйәт эштәре буйынса тикшереү үткәрергә, ваҡиға сәбәптәрен, шулай уҡ учреждение, контролдә тотҡан органдар етәкселеге араһынан бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуға юл ҡуйған вазифалы кешеләрҙе билдәләргә ҡушты. Бынан тыш, тәфтишселәргә енәйәт ҡылыуға булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы асыҡлау бурысы тора», — тиелә ведомство белдереүҙәрендә.

Шулай уҡ, Znak.com баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, мәктәп-интернаттың 15 йәшлек тәрбиәләнеүсеһенең енси ҡағылғыһыҙлығына ҡаршы енәйәттәрҙә 46 йәшлек уҡытыусы ғәйепләнә. Асыҡланыуынса, ир 2016 йылдың июнендә үҫмерҙе бер нисә тапҡыр Башҡортостанда урынлашҡан йортона алып ҡайтып, уға ҡарата енси характерҙағы көс ҡулланған.

«Енәйәт ошо хеҙмәткәргә ҡарата башҡа тәрбиәләнеүсегә сексуаль көс ҡулланыу буйынса шуға оҡшаш енәйәт эшен тикшереү барышында асыҡланды», — тип хәбәр итә баҫма.

Әлеге осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарынан рәсми комментарий юҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1125423-delo-o-massovykh-iznasilovaniyakh-vospitannikov-shkoly-internat-prestupleniya-proiskhodili-i-v-bashk/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть