Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Башҡорт балы» ғилми-етештереү үҙәге – «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты дипломанты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

«Башҡорт балы» төбәк ғилми-етештереү үҙәге «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты дипломанты булды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Предприятие бал һәм балдан аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә 16 йылдан ашыу эшләй. Бөгөн аҙыҡ-түлек «Башкирская медовня» тигән бренд аҫтында сыға. «Башҡорт балы» төбәк ғилми-етештереү үҙәге баллы корпоратив һәм VIP-сувенирҙар етештереүгә айырым иғтибар бүлә. 2002 йылдан предприятие күренекле башҡорт ризығын Халыҡ-ара йыһан станцияһына оҙата. Билдәләп үтергә кәрәк: аҙыҡ-түлекте космонавтар юғары баһалаған һәм тикшеренеүҙәр уның һөҙөмтәлелеген күрһәткән. Шуға бал космонавтарҙы әҙерләгәндә менюға индерелгән, шулай уҡ осоштан һуң реабилитациялау өсөн ҡулланыла.

«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты яҡынса биш йыл тормошҡа ашырыла. Был ваҡыт эсендә алты меңләгән продукция төрөн сығарған 318 предприятие уның дипломанты булған.

Уҙған йыл аҙағында 2021 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында 47-се «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресы үтәсәге билдәле булды.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов фекеренсә, Башҡортостанда ошондай кимәлдәге ҙур халыҡ-ара форумы уҙғарыу халыҡ-ара кимәлдә республиканың танылыуын арттырырға мөмкинлек бирәсәк, «баллы» биләмәләрҙең иҡтисади үҫешенә, этно һәм агротуризмды үҫтереүгә, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында бөтә умартасылыҡ тармағын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1125428-nauchno-proizvodstvennyy-tsentr-bashkirskiy-myed-stal-diplomantom-proekta-produkt-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть