Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.68

EUR 72.53

18 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рудольф Нуриевтың 80 йыллығына «ӨФӨ.NUREEV» тигән кисәләр була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Рудольф Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға «ӨФӨ.NUREEV» кисәләр серияһы үтә. Проектҡа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Руди — Never off…»  спектакле (15 март), Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилевтың «Сыңрау торна» балеты (16 март), шулай уҡ гала-концерт (17 март) инә.

Театрҙың йәмәғәтселек менән элемтә буйынса баш белгесе Лариса Сакаева хәбәр итеүенсә, гала концертта:

— Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы тәрбиәләнеүселәре (Өфө);

— XIII Халыҡ-ара балет һәм хореография артистары конкурсы еңеүселәре, Мәскәү дәүләт хореография академияһы студенттары Елизавета Кокорева һәм Денис Захаров (Мәскәү);

— Мариин театры солисы, «Ҙур балет» телепроекты еңеүсеһе Рената Шакирова (Санкт-Петербург);

— Мариин театрының Приморье сәхнәһе солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ирина Сапожникова (Владивосток);

— Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры солисы Илнур Ғәйфуллин (Ҡазан);

— халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «London Russian Ballet School» резидент-хореографы Дмитрий Антипов (Лондон);

— Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының алдынғы солистары ҡатнаша.

Рудольф Нуриев Өфөлә тыуып үҫкән һәм тәүге ижади аҙымдарын да ошонда яһай. Уның бейеү тормошона юлы бала сағында «Сыңрау торна» балетында Зәйтүнә Насретдинованың төп партияла илһамланып башҡарыуынан алған тәьҫораттарҙан башлана. Ир бала уның сығышын ете йәшендә күрә. Нәҡ ошо спектакль буласаҡ бейеүсенең ижади яҙмышын хәл итә.

1953 йылда Рудольф Нуриев Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡарамағындағы балет студияһын тамамлай. 1955 йылда театр коллективы менән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә юллана. Рудольф Нуриев декада сиктәрендә театр тәҡдим иткән «Сыңрау торна»ла таяҡ тотҡан егет ролен уңышлы башҡара һәм тәнҡитселәрҙән, А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһы уҡытыусыларынан маҡтау һүҙҙәре ишетә. Шул уҡ йылда ул училищеға уҡырға инә. Унда күренекле уҡытыусы Александр Пушкиндың класында шөғөлләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1125394-v-ufe-k-80-letiyu-rudolfa-nureeva-proydet-seriya-vecherov-ufa-nureev-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть