Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә төбәктә «Мин үҙем шулай булдым» акцияһы үтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Балаларҙың ышаныс телефоны сайтында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған #МинҮҙемШулайБулдым тигән акция үтә. Унда ҡатнашыу өсөн ойоштороусыларҙың адресына ике фото ебәрергә кәрәк: береһе – баланың рәсеме, ә икенсеһе – һеҙҙең бала саҡтағы фото. Акция 10 мартҡа тиклем дауам итә, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Проектта ҡатнашҡан өсөн һәр әсә өй өсөн ҡиммәтле бүләк, шулай уҡ ике фотонан торған сағыштырма коллаж аласаҡ.

Ваҡыт менән үҙебеҙҙең дә бала булғаныбыҙҙы онотабыҙ. Ниндәйҙер кимәлдә бында ғаилә эсендәге бәхәстең һәм ышанмаусанлыҡтың сәбәбе йәшеренә, тип иҫәпләй идея авторҙары. Ҡайһы берҙә артҡа әйләнеп ҡарарға һәм балалар, ата-әсәләр араһында аңламаусанлыҡ менән оҙатылған үҫмерҙәрҙә боласылыҡ осоро – ул хәҙерге әсәләр ҙә уның аша үткән киң таралған күренеш икәнлеген хәтергә төшөрөргә кәрәк. Үҙеңде шуҡ һәм ҡыҙыҡһыныусан бала йәки уйланыусан һәм ярһыулы үҫмер итеп хәтергә төшөрөп, әсәләргә балаларының күңелендә нимә барғанын аңлау, улар менән бәйләнеште көйгә һалыу еңелерәк буласаҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1125383-k-mezhdunarodnomu-zhenskomu-dnyu-v-bashkirii-prokhodit-aktsiya-ya-sama-byla-takoy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть